Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Март 2018, 14:21

Саңғыларҙа елдәй елеп

Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Эйе, бына 1977 йылдан алып беҙҙең гәзит призына республика саңғы ярыштары уҙа. Рәхмәт инде ойоштороусыларға! Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары тейешле ярҙамын күрһәтә. Ә быйылғыһы Күмертау ҡалаһында үткәрелде.

Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Эйе, бына 1977 йылдан алып беҙҙең гәзит призына республика саңғы ярыштары уҙа. Рәхмәт инде ойоштороусыларға! Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министрлыҡтары тейешле ярҙамын күрһәтә. Ә быйылғыһы Күмертау ҡалаһында үткәрелде.

Беҙ ни шунда уҡ ярыш урынына ашыҡтыҡ. Күрҙек, таныштыҡ спортсылар, тренерҙар менән. Был юлы ҡаланыҡылар­ҙан ауылдыҡылар күберәк булыуы ҡыуандырҙы.

Ана, берәүҙәр саңғыларын ҡулдарына тотоп, тренерҙары эргәһенә йыйылды. Үҙҙәре саф башҡортса һөйләшә бит әле! Йүгерҙек яндарына.

– Беҙ Әбйәлилдең Әбделмәмбәт мәктәбенекеләр булабыҙ, – тип ихлас таныштырҙы командаһы менән Фәйезйән Мөҙәрис улы Тайсин. – Балаларҙы ярышҡа Илнур Ирмәк улы Ташбулатов менән икәүләп алып килдек. Бының өсөн мәктәп директоры Илдар Рәйес улы Ғибәҙәтовҡа рәхмәт әйтәбеҙ. Спортты үҙе лә ярата. Шәп етәксе, беҙгә һәр саҡ ярҙам итә.

Мәктәбебеҙҙә саңғы секцияһы эшләй. Унда I – XI синыфтарҙан 30 бала шөғөлләнә.

– Ә һәйбәт ярыш саңғыларын, таяҡтарын, ботинкаһын ҡайҙан алдығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Уларҙы беҙгә ата-әсәләр үҙҙәре һатып алып бирә, ә саңғы майҙарын, парафинды – райондың спорт мәктәбе. Бер ҡыйынлыҡ кисермәйбеҙ.

– Ҡалай шәп тә ул! Башҡа райондарҙа ла шулай булһын ине, – тип әбйәлилдәр өсөн ныҡ һөйөндөк.

Көйөргәҙе районының Аҡһары мәктәбенән Карина Мат­ҡорбанова һәм Камила Аҡсурина менән дә таныштыҡ.

– Беҙҙән был ике ҡыҙыбыҙ ғына ҡатнаша, – тине тренер­ҙары Марат Булат улы Сәликбаев. – Февраль айында командабыҙ республика буйынса алтынсы урын алғайны. Бында ла һынатмаҫҡа иҫәбебеҙ бар.

Аҡһары мәктәбендә «Спартак» спорт клубы эшләй. Уны Марат Булат улы етәкләй. Спорттың күп төрө буйынса шөғөлләнәләр. Ә бына ҡыш­ҡыһын саңғыға баҫалар. Район хакимиәте ярҙамынан өҙмәй икән.

Беҙ бында Ейәнсура баш­ҡорт гимназияһы йәш саңғысыларын да осраттыҡ. Уларҙы ярышҡа Йәғәфәр Йәдкәр улы Хәсәнов әҙерләй ине. Саңғыларҙы тегеләй-былай әйләндереп, һәр береһен тотоп ҡарап, ентекләп тикшерә, үҙе шул арала кәңәштәрен бирергә лә өлгөрә.

Ейәнсурала саңғы спортына иғтибар етешмәй, күрәһең. Райондың ике мәктәбендә – әлеге гимназияла һәм Күгәрсен ауылында ғына етди шө­ғөлләнәләр. Шуғалыр тик ошо ике коллектив араһында бара икән иң-иңдәрҙе асыҡлау. Бер уҙышта күгәрсендәр еңһә, икенсеһендә – гимназияныҡылар.

– Хәл итәһе мәсьәләләр бар инде. Яҡшы ярыш саңғылары етмәй. Ҡайһы ваҡыт бер парҙы алмашлап кейеп тә ярышырға тура килә. Ҡиммәтле саңғы майҙары ла кәрәк. Бөтәһен дә гимназия үҙе генә хәл итә алмай, – тип зарланып та алды ейәнсуралар.

Өфө районының Шамонин мәктәбенән быйылғы ярышҡа ҡыҙҙар командаһы ла килгәйне. Ә былтыр тик малайҙар ғына ҡатнашҡайны. Бәй, улар араһында Данияр Хәйретдиновты ла тап иттек. Бына бит нисек! Атаһы Булат Хәйретдинов «Йәншишмә»лә эшләп киткәйне, ошо ярыштар тураһында ла яҙа тор­ғайны. Әле улы саңғыға баҫ­ҡан, Күмертауға ла килеп еткән. Афарин!

Уҙған йыл Бәләбәйҙә ҡалтасылар һоҡландырһа, быйыл учалылар ҡыуандырҙы. Призёрҙарҙың иң күбе улар араһынан ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рауил ағай ярышҡа үҙе килә алманы. Учалынан бында тиклем аралар алыҫ ҡына шул.
Ғәҙәттәгесә, ике көн буйы көс һынашты йәш саңғысылар. Тәүгеһендә шәхси беренселектә иң-иңдәрҙе асыҡлаһалар, иртәгеһенә – эстафета! Был юлы икенсе төрлөрәк үтте ул. Ҡатнаш эстафета тип аталып, 2 ҡыҙ һәм 2 малай команда өсөн тырышты. Кесе төркөмдә лә, оло төркөмдә лә әлеге лә баяғы учалыларға етеүсе булманы. Дәғүәселәрен күпкә артҡа ҡалдырҙы улар.

Ҙур рәхмәт!

Күмертауҙа «Йәншишмә» гәзите призына уҙған саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы ИШЕМҒОЛОВҡа, «РИА-Медоптик» офтальмология үҙәге директоры Рәшит Хөсәйен улы ИСКӘНДӘРОВҡа һәм «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВАға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.