Ошондай шаяртыуҙарында башҡортлоҡ ярылып ятҡан «Шаяниум» быйыл да гөрләп үтте. Тәүге этапта Өфөнөң 50 белем усағынан командалар ҡатнашты, шуларҙың 42-һе уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙән. Ярымфиналға 19 команда сыҡһа, финалға етәүһе алынды: «Башҡорттар. ру» (республика инженер интернат-лицейы), «Етегән+1» (102-се башҡорт лицейы), «Һупайлы дәрүиштәре» (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), «Сәтәкәй» (48-се башҡорт лицейы), «XX централ»(Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), «Ығы-зығы» (Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы) һәм «Интерспорт» (спорт йүнәлешендәге 5-се республика интернат-лицейы).
Командалар «Визитка», «Биатлон», «СТЭМ»(Студент эстрада миниатюралар театры) форматтарында көс һынашты. «Шаяниум»дың быйылғы темаһы – «Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр». Күп командаларҙың йәшәргәне күҙгә ташланды. Эйе, «шаяниумщиктар»ға, үҙҙәре әйтмешләй, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк. Шуға күрә туғыҙынсыларға, ун беренселәргә уйындан ситләшергә тура килә. Әммә бәләкәйерәктәр ҙә һынатманы, тамашасыны көлдөрҙөләр генә. Башҡортостанда иғлан ителгән – Ғаилә, Рәсәйҙәге Ирекмәндәр йылдарына арналған, көндәлек тормошта йыш осраған етешһеҙлектәр, эстрада йондоҙҙары тураһында шаяртыуҙар, хатта уҫал һәм әселәре лә булды. Полиция, янғын һүндереүселәр, Жириновский, Радик Юлъяҡшин, RNТ, Йәмил Баймырҙин да КВН барышында йыш телгә алынды. Әлбиттә, бөгөнгө үҫмерҙәрҙең уй-кисерештәре лә сағылып ҡалды шаяртыуҙарҙа.