Әйтергә кәрәк, балаларҙың барыһы ла ныҡ тырышты. Бәләкәстәрҙең төрлө халыҡ әкиәттәрен үҙ телебеҙҙә кинәнеп, матур итеп һөйләүе күңелдәргә май булып яғылды. Бигерәк тә 225-се балалар баҡсаһынан Асия Хөсәйенова хайран итте. Ысын әкиәтсе инде. Башҡорт халыҡ әкиәте «Зөһрә ҡыҙ»ҙы шул тиклем килештереп һөйләне һәм Гран-приға лайыҡ булды. Рәфис Кәлимуллин (191-се балалар баҡсаһы), Ғайсар Ишеғолов (166-сы), Сафина Фәйзуллина һәм Айлита Йосоповалар ҙа (209-сы) һоҡландырҙы. Коллектив сығыштар ҙа матур булды. Урыҫ халыҡ әкиәте «Теремок» буйынса 234-се балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө бик етди әҙерләнгәйне. Улар жюри тарафынан һәйбәт баһа алып, ярышта артабан көсөн һынаясаҡ.