-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Май 2018, 16:36

Күңелемдә минең ҡәләм тибрәлә

Ғафури районында танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәргән «Өмөтлө ҡәләм» ижад бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Быйылғы еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы әҙибәнең йәнтөйәге Сәйетбабала үтте. Мәктәптең тамаша залына уҡытыусылар, уҡыусылар, төрлө ауылдарҙан килгән бәйге еңеүселәре, Өфөнән, район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар, үҙҙәренең номинацияларын булдырған ойошма вәкилдәре йыйылды.

Ғафури районында танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәргән «Өмөтлө ҡәләм» ижад бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Быйылғы еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы әҙибәнең йәнтөйәге Сәйетбабала үтте. Мәктәптең тамаша залына уҡытыусылар, уҡыусылар, төрлө ауылдарҙан килгән бәйге еңеүселәре, Өфөнән, район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар, үҙҙәренең номинацияларын булдырған ойошма вәкилдәре йыйылды.
Сәйетбаба мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова кисәне асҡандан һуң бер-бер артлы сығыштар, концерт номерҙары башланды. «Табын» гәзитенең баш мөхәррире Самат Ғәлиуллин һүҙ алып:
– «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе ши­ғырҙарын, сәсмә әҫәрҙәрен редакцияға ебәргән бихисап йәш ижадсыға ҡанат ҡуйҙы, улар киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, илебеҙҙең, телебеҙҙең бәҫен күтәреүселәр булып торор. Уҡыусыларҙың ижад емештәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ, – тине.
Артабан осрашыуҙың төп өлөшө – еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы булды. Ҡарағай мәктәбе уҡыу­сыһы Зарина Үтәгәнова, Красноусол баш­ҡорт интернат-гимназияһынан Элина Урманшина, Сәйҙә Хужаевалар, Үзбәктән Миңнегөл Хисмәтуллина, Ильяс Рәсүлевтәр, Бурлынан Наҙгөл Йәғәфәрова төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Еңеүселәргә дипломдар, бағымсылар әҙерләгән матур сувенирҙар, йәш ижадсыларҙың ижадынан туплан­ған «Ғафури вариҫтары» тип атал­ған йыйынтыҡ тапшырылды.
«Өмөтлө ҡәләм» конкурсының лауреаттары булып Юлыҡ мәктәбенән Динара Насирова, Сәйетбаба мәктәбенән Камила Ҡунафина һәм Красноусол башҡорт интернат-гимназияһынан Илмира Ҡотовалар танылды. Еңеүселәргә Гөлнур Яҡупова үҙенең аҡсалата премияларын таратты, яңы ғына донъя күргән «Тәбиғәттә ҡунаҡта – «В гостях у природы» тигән йыйынтығын һәм «Йыртҡыс ҡаны» исемле китаптарын автограф менән бүләк итте.
Конкурста премия алған һәм номинацияла еңгән һәр уҡыусы үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, яҙыусыбыҙ уларҙы рауза сәскәләре биреп ҡотланы. Осрашыу аҙағында Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы:
– Ижад итеүселәргә мин һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙермен, интернетта «Өмөтлө ҡәләм» тигән төркөмөм бар, шиғырҙарығыҙҙы шунда ла, «Табын» гәзите редакцияһына ла ебәрегеҙ. Мәктәбегеҙгә килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә ризамын. Беҙҙең Сәйетбабанан ғына ла 12 яҙыусы сыҡҡан. Әлеге быуын уҡыусылары араһынан да шағирҙар, яҙыусылар булыр, тип ышанам. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ере бит ул беҙҙең йәнтөйәгебеҙ! Күп уҡығыҙ, күҙәтеүсән булығыҙ, хәл-ваҡиғаларҙы күңелегеҙ аша үткәреп, аҡ ҡағыҙға образлы һынландырып төшөрөргә өйрәнегеҙ, – тине.
Шағирә бынан 17 йыл элек башланған ижад бәйгеһен даими яҡтыртып килеүсе, ойоштороусы «Табын» гәзитенә, район мәғариф бүлегенә рәхмәт әйтте. Сәйетбаба мәктәбе китапханаһына китаптар бүләк итте, тыуған яғына бөтмәҫ һөйөү менән һуғарылған «Рух ҡиблаһы» поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас: