Яңыраҡ Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында 2-се төбәк-ара «Илһам» балалар ижады конкурс-фестивале уҙҙы. Был сараны икенсе йыл рәттән Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендәге «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштора.
Быйылғы бәйгелә Учалы, Әбйәлил һәм Бөрйән райондарынан ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Нәҫер, хикәйәләр ижад итеү буйынса Бөрйәндән Ҡәҙриә Ҡасимова, Учалынан Зөмәрә Фазылова һәм Лидиә Киловалар еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шиғриәт секцияһында йәнә Бөрйәндән Айгөл Сөләймәнова, Учалынан Аделина Хамматова, Әбйәлилдән Илнара Бәшәроваларҙың яҙғандары жюри ағзаларын ғына түгел, балалары менән фестивалгә килгән ата-әсәләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла һоҡландырҙы.
Конкурста ҡатнашыусы бөтә уҡыусыларға ла «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фондының дипломдары менән ҡиммәтле бүләктәре тапшырылды.