– Ҡурай сәнғәте башҡорт халҡының рухын күтәреүҙә ҙур роль уйнай, – тине байрамды ябыу тантанаһында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Ҡурай һоҡланғыс музыка ҡоралы ғына түгел, ә республикабыҙҙың символы ла. Быйыл халҡыбыҙҙың данын ҡитғаларға таратҡан моңло ҡурай Башҡортостандың төбәк бренды сифатында теркәлде. Башҡорт халҡының милли үҙаңын уятыусы бер ҡорал булған ҡурайыбыҙ үҙ асылын бер ваҡытта ла юғалтмаһын.
Бына еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ла башланды. 12 йәшкә тиклемге балалар төркөмөндә төрлө дәрәжәле дипломдарға Салауат ҡалаһынан Айрат Темиров, Әбйәлилдән Искәндәр Алламоратов һәм Өфөнән Хәким Ғилмановтар лайыҡ булды. 12 – 16 йәштәгеләр төркөмөндә лауреаттар булып Өфөнән Айбулат Ғиләжетдинов, Илнур Үлмәҫбаев, Туймазынан Рената Ҡаһарманова һәм Радмир Ғүмәров танылды. Өлкәндәр араһында I – III дәрәжәле дипломдар менән Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин, Белореттан Дамир Хәсәнов, Өфөнән Инсур Йосопов һәм Вилдан Дәүләтбирҙин, Сибайҙан Риф Ҡәйепҡолов, Учалынан Тәфтизан Зәйнәшев һәм Салауат районынан Ринат Нурмөхәмәтов бүләкләнде.
16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында беренсе урынды Туймазынан өлгөлө «Хазина» балалар ижади коллективы алды. Еңеүселәр сафын тағын Әбйәлил, Тәтешле һәм Белорет яҡтарынан ҡатнашҡан йәш ҡурайсылар тулыландырҙы. Өлкәндәр төркөмөндә призлы урындарҙы Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән ижади коллективтар бүлеште.
«Ғаилә ансамблдәре» номинацияһында I дәрәжә дипломға Өфөнән Джанизаковтар лайыҡ булды. Учалынан Йосоповтар, Салауат районынан Мөхәмәтйәновтар һәм Ишембайҙан Кинйәғоловтар шулай уҡ лауреат исемен яуланы.
Ә фестивалдең иң оло бүләге – Гран-при һәм 200 мең һум аҡсалата премия Баймаҡтан талантлы ҡурайсы 30 йәшлек Айнур Әминевкә тапшырылды.
– Бөгөн үҙемде бәхетле тоям,– тине ул.– Әлеге көндә Сибай филармонияһында ҡурайсы-музыкант булып эшләйем, бер үк ваҡытта үҙебеҙ ойошторған «Тархан» төркөмөн етәкләйем. Әлбиттә, тормошомдо йыр-моңдан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Был еңеүем ижадыма яңы илһам бирәсәк. Ошондай байрамдар халҡыбыҙҙың рухын күтәрә һәм байыта ла инде. Ҡурай сәнғәте башҡорт илендә артабан да сәскә атһын!