– Апаһы Лианаға эйәреп, ике йәшлек сағынан ғына әкиәттәр ятлап, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнаша башланы. Тәүге йылда «Иң кескенә һөйләүсе» номинацияһына лайыҡ булды, унан һуң да район кимәлендә призлы урынһыҙ ҡалғаны юҡ. Һәр ваҡыт был бәйгене көтөп ала. Ҡыҙым ҡоштарҙың тауышын сығарырға бик ярата. Шуға уның холҡона, мөмкинлегенә ҡарап, әкиәттәрҙе бергәләп һайлайбыҙ, – ти әсәһе Рәзилә Әсләм ҡыҙы.
249-сы башҡорт балалар баҡсаһынан апалы-ҡустылы 4 йәшлек Йәмилә менән 2 йәшлек Ҡаранай Миңлеғоловтарҙың сығышын да тамашасылар бик оҡшатты. Улар «Төлкө менән Бүре» һәм «Хәйләкәр Себеш» әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙе. Ҡаранай «Иң йәш әкиәтсе», «Тамыр» телеканалының «Йыл асышы» номинацияларына лайыҡ булһа, Йәмилә «Камил әкиәт теле»ндә билдәләнде.