-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Июнь 2018, 17:15

«Байыҡ» рухландыра, сәмләндерә, ҡанат ҡуя

Сәнғәт һөйөүселәр яҡшы иҫләйҙер: бынан 10 йыл элек Башҡортостаныбыҙҙың иң матур урындарының береһе – Күгәрсен районы Мораҙым тарлауығында тәүге тапҡыр балаларҙың «Байыҡ» фестивале үткәрелгәйне. Ошо ваҡыт арауығында конкурс күпме йәш бейеүсегә ҡанат ҡуйҙы. Төрлө йылдарҙа лауреат исемен алған 100-ҙән артыҡ ҡыҙ һәм егет һөнәри уҡыу йорттарында хореографҡа уҡый, 300-ҙән ашыуы республиканың өлгөлө бейеү коллективтарында бейей. Ана шулай «Байыҡ» йөҙәрләгән яңы йондоҙ асты.

Малайҙар араһында Гран-при Дүртөйлөнән Айвар Сәмиғуллинға бирелде. Ул «Боронғо баш­ҡорт маршы»н башҡарғайны. Сорғоттан Савелий Функ «Рәсәйҙә башҡорт бейеүен пропагандалаған өсөн» дипломы менән бүләкләнде. Алыҫ Себер ерендә йәшәгән 9 йәшлек малайҙың «Перовский»ҙы бейеүе, ысынлап та, байрамдың бер биҙәге булды. Уның әсәһе Баш­ҡортостан ҡыҙы икән.
«Байыҡ»тың 10 йыллығы айҡанлы үткән сараға Владикавказдан, Әстерхандан, Адыгея һәм Татарстан яҡтарынан да бейеүселәр килгәйне. Уларҙың дәртле бейеүҙәрен дә тамашасылар бик оҡшатты. Ҡунаҡтар I дәрәжәле лауреат дипломдары менән бүләкләнде.

Ә коллективтар араһында кем еңеүсе, тиһегеҙме? Бәләкәй ансамблдәр араһында Учалынан «Ирәмәл» Гран-при алды. Ә ту­лы ансамблдәрҙән 5 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында – Ғафури районы Красноусолдан «Быҙыбыт», өлкәндәр төркөмөндә Туймазы ҡалаһынан «Сәфәр» иң-иңе булды. Финалға сығыу­сыларҙың бөтәһенә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Әлбиттә, йәш бейеүселәрҙе әҙерләүселәр ҙә иғтибар үҙәгендә булды.
Быйылғы бейеү байрамы күптәрҙең хәтерендә оло ваҡиға булып һаҡланыр. Сараны алып барыусылар – Алтынай менән Ләйсән әйтмешләй, «Байыҡ» рухландыра, сәмләндерә, илһамландыра, берләштерә, хыялдар­ҙы тормошҡа ашыра! Йәшәһен башҡорт бейеүе!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: