+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Ноябрь 2018, 16:24

Республикама дан йырлайым!

Ошондай исем менән Башҡорт­остандың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә ҡарата шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда өс мәктәптән 22 уҡыусы көс һынашты.

Ошондай исем менән Башҡорт­остандың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә ҡарата шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда өс мәктәптән 22 уҡыусы көс һынашты.
Шиғырҙар тыуған ер, тыуған ил тарихы, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында саф башҡорт телендә яңғыраны. 3-сө мәктәптән Азалиә Аҫылбәкова, Ләйсән Ҡәүиева тасуири һөйләүҙәре менән айырылып торҙо. Күп кенә урыҫ телле уҡыусылар ҙа башҡортса белеүҙәре менән һоҡландырҙы. Улар араһынан Алёна Го­линецтың (2-се мәктәп) һәм Виктория Старожуктың (3-сө мәктәп) сығышын айырым билдәләп китер­гә мөмкин. Әйткәндәй, бәйгене 2-се мәктәп уҡыусылары матур итеп алып барҙы.
Жюри ағзалары – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Фуат ҡыҙы Сиражетдинова, методистар Гөлназ Хәким ҡыҙы Италмасова, Татьяна Шаһыбал ҡыҙы Усмановалар конкурста ҡатнашыусыларҙың ныҡлы әҙерлеген, әүҙемлеген һәм сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләне.
Башланғыс синыфтар араһында I урынға – 3-сө мәктәп уҡыусыһы Азалиә Аҫылбәкова, II урынға – 2-се мәктәптән Ильназ Сәмситдинов, III урынға 3-сө мәктәптән Ләйсән Ҡәүиева һәм Илдар Йыһаншиндар лайыҡ булды. V – VIII синыфтар араһынан I урынды 2-се мәк­тәп уҡыусыһы Алёна Голинец алһа, II урынды – шул уҡ мәктәптән Нәйлә Хәлилова, III урынды 3-cө мәктәп уҡыусыһы Виктория Старожук яуланы.
Был конкурста балалар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманы, ә сығыштары менән күңелдәргә матурлыҡ, зауыҡ өҫтәнеләр. Шулай итеп, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ысын мәғәнәһендә шиғриәт байрамына әйләнде: һәр сығыш йылы ҡабул ителде, шиғри һүҙ йөрәктәргә үтеп инде.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Межгорье ҡалаһы.
Читайте нас: