-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Ноябрь 2018, 14:50

Халыҡ моңо күңелдәрҙе арбай

Туймазыла башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын үткәреү мәҙәни тормошобоҙҙа күркәм бер сараға әүерелде. Быйыл күңелендә халыҡ моңона оло һөйөү һәм ихтирам йөрөткән, оҙон көйҙәрҙе үҙ иткән төрлө йәштәге йыраусылар йәнә бында йыйылды. Ошо йыр бәйгеһе һәләтле халыҡ башҡарыусыларын асыҡлау, башҡорт йыр фольклоры традицияларын тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, уны киләсәк быуынға үҙ асылында еткереү маҡсатын ҡуя ла инде.

Бына сәхнә түренә бәйгелә еңеүселәр саҡырыла. Балалар төркөмөндә Туймазынан Дарина Мөфтәхова, Марат Әхмәтйәнов, Балтастан Амалиә Ғәйниәхмәтова һәм Азалиә Хәсәнова, Яңауылдан Зөлмир Закиров лауреат булып танылды. Беренсе урын иһә Туймазы балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, моңло тауышы менән барыһын да әсир иткән Морат Заһировҡа бирелде.

Ә инде Бөрйәндән йыр-моң аҡһаҡалы, балаларҙың сығышын яратып ҡабул иткән Дәүләтбай ағай Рәхмәтуллин махсус приз алып ҡыуанды.

Гала-концерт һуңында Гран-при хаҡлы рәүештә Ғафуриҙан Рәмил Ҡотдосовҡа тапшырылды. Баймаҡ районының данлыҡлы Буранбай ауылында тыуып үҫкән оҫта йыраусы һәм ҡурайсы ул. Әлеге көндә Красноусолда район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Мағаш» халыҡ ҡурайсылар ансамблен етәкләй.
– Мин хатта был бәйгене халыҡ сәнғәте мәктәбенең бер өлгөһөнә тиңләр инем, – тине ул. – Ниндәйҙер яңы баҫҡыстарға күтәреләбеҙ икән, тимәк, Туймазылағы моң байрамы ла үҙ маҡсатына ирешә. Халыҡ сәнғәте артабан да сәскә атһын.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Туймазы ҡалаһы.
Читайте нас: