Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында «Республика намыҫы өсөн!» фестиваль-конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Бәйгегә 40 райондан 12 номинация буйынса бөтәһе 288 эш ҡабул ителгән. Бүләкләнеүселәр араһында уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы спортсыһы – 2018» номинацияһында еңеүселәр араһында Салауат ҡалаһынан ҡаяға үрмәләү буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Алмаз Нагаев бар ине.
«Дөйөм белем биреү мәғариф ойошмаларында рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү» номинацияһында I һәм II урындар – Нефтекама һәм Ағиҙел башҡорт гимназияларына, III урын Ишембайҙағы Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусына бирелде.
Иң оҫта рәссамдар араһында Нефтекаманан балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сарра Изимариева I урын алды.
«Республика намыҫы өсөн!» фестиваль-конкурсы киләһе йылдарҙа тағы ла
ҙурыраҡ танылыу яулар, яңы исемдәр асыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.