-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Декабрь 2018, 11:52

"Һаумы, һаумы, әкиәт!"

Был бәйгене көтөп алдыҡ. Уны уҡытыу эштәре бу­йынса директор урынба­ҫары Эльвира Әмир ҡыҙы Баязитова ҡотлау һүҙе менән асты. Уҡытыусылар «Шалҡан» әкиәтен күңелле итеп сәхнәләштереп, сараны күтәренке кәйеф менән биҙәне.

Артабан һүҙ йәш әкиәтселәргә бирелде. Уларҙың һәр береһе матур-матур костюмдар кейеп алған. Ныҡлы әҙерләнгәндәр, ролдәргә инеп, килештереп һөйләнеләр. Барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа маҡтауға лайыҡ.

Бәйге булғас, әлбиттә, иң-иңдәр ҙә билдәләнә. Талапсан жюриға еңеүселәрҙе асыҡлау ауырға ту­ра килде. Һәр ваҡытта­ғыса, башланғыс синыф уҡыу­сылары әүҙемлек күр­һәтте, еңеүселәр йәш айырмалыҡтарына ҡарап билдәләнде.

I – II синыфтар араһында өсөнсө урынды – Айгөл Ялалова, икенсене Азамат Хөсәйенов алды, ә Илвир Ғәлләмов беренсе булды. III – IV синыфтар араһында әкиәт яратыусылар бигерәк күп икән. Баһалама төркөмө кәңәшләшеп, ике өсөнсө урын бирҙе һәм уға Искәндәр Тәҡиуллин менән Линара Закирова лайыҡ тип табылды. Икенсе урынды Илһам Ғәлиуллин яуланы, Фидан Мөхәмәт­йәнов беренсе урын алып ҡыуанды. Башланғыс синыфтар араһында Айҙар Тәҡиуллин Гран-при хужаһы булды. V синыф уҡыу­сыһы Нәркәс Әхмәт­йәнова урта синыфтар араһында иң-иңе ине. Еңеүселәргә Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Уҡыусыларҙың халыҡ ижадын үҙ итеүе, уны уҡыуы, өйрәнеүе – маҡтаулы эш. Күңелле байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡан әсәйҙәргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Сәриә ЗАКИРОВА, китапханасы.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.
Читайте нас: