+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар 2019, 18:01

Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Ҡышҡы каникул көндәрендә йыл һайын иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы ойошторола.

Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се рес­публика башҡорт интернат-гимназияһында уҙғарылған быйылғы бәйгегә көсөн һынарға 300-гә яҡын уҡыусы килде. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә милләттәштәребеҙҙең бер ҙә ҡатнашмай ҡалмауҙары һөйөндөрә. Илһөйәр, телһөйәр балалар өс турҙа үҙҙәрен күрһәтте. Башҡа йылдарға ҡарағанда, олимпиадала һиҙелерлек үҙгәрештәр ҙә бар. Ә бөгөн мәртәбәле бәйгене ябыу тантанаһы үтә.
Олимпиаданың нисек уҙыуы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: