+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Февраль 2019, 15:29

Театрҙарҙы беләһеңме?

Иғтибар: яңы конкурс! Быйыл Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылына арнап «Йәншишмә» гәзите конкурс иғлан итә. Ул ике турҙан торасаҡ. Тәүгеһе – февраль – май, икенсеһе сентябрь – декабрь айҙарында үтәсәк. Һәр турға 25 һорау тәҡдим ителә. Һеҙҙән – яуаптар, беҙҙән – бүләктәр. Ниндәй бүләк, тиһегеҙме?

Еңеүселәрҙе төп театрыбыҙ – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына экскурсия көтә. Уның тарихы буйынса музейы менән танышыу, «Самрау» балалар студияһының дәрестәрендә булыу һәм, әлбиттә, театрҙа тамаша ҡарау. Театрҙар тураһында китаптар, буклеттар, актёрҙарҙың автографтарын алыу, улар менән яҡындан осрашыу һәм аралашыу тормошоғоҙҙа иҫтәлекле ваҡиға булып ҡалыр. Бәлки, арағыҙҙа артист һөнәрен һайларға теләүселәр ҙә барҙыр. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорау­ҙарына яуаптар табыр. Шулай итеп, бөгөндән конкурсҡа старт бирелде. Эштәрегеҙҙе матур итеп биҙәп ебәрергә лә мөмкин.

I тур
1. Башҡорт дәүләт драма театры ҡасан барлыҡҡа килә һәм уның тәүге бинаһы ҡайҙа була? Беренсе художество етәксеһе һәм директоры кем? 2. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡасан ойошторола? 3. Салауат драма театры барлыҡҡа килгән йыл? 4. Сибай драма театры ҡайҙа һәм нисәнсе йылда ойошторолған? 5. Туймазы татар театры ҡасандан эшләй башлай? 6. Милли йәштәр театры ҡасан асыла һәм ни сәбәпле таратыла? Яңынан ҡасан ойошторола? 7. «Нур» театры нисәнсе йылда асыла? 8. Башҡортостан театр ойошмаһы ниндәй күренекле актрисаның исемен йөрөтә? 9. Театр артистары араһында ниндәй ғаилә династияларын беләһегеҙ? Кәмендә биш актёрҙар ғаиләһен һанап китегеҙ. 10. Үҙегеҙ йәшәгән райондан сыҡҡан артистарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? 11. Ниндәй йырсы актёрҙарҙы һанап китерһегеҙ? 12. Ниндәй актёр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында байтаҡ йылдар тапшырыу алып бара? Ул нисек атала? 13. Ҡайһы актёр «Салауат Юлаев» хоккей командаһының уйындарында Хоттабыч ҡарт кейемендә көйәрмән булып ҡатнаша? 14. Ниндәй актриса думбырала уйнап йырлай? 15. Ҡайһы актриса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булды? 16. Ҡурсаҡ театрына ҡасан нигеҙ һалына? 17. Үҙе артист, үҙе драматург. Кем ул? Ниндәй иң танылған әҫәрен беләһегеҙ? 18. Ҡайһы драматургтың, ниндәй әҫәре менән Башҡорт дәүләт академия драма театры Ғәрәбстанда сығыш яһап ҡайтты? Ул драма ниндәй тарихи шәхес тураһында? 19. Ҡайһы театрҙар ниндәй шәхестәребеҙҙең исемдәрен йөрөтә? 20. Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡайһы авторҙың йола фольклорына нигеҙләнгән ниндәй сәхнә әҫәре ҡуйыла? 21. Үҙеңдең иң яратҡан актёрың хаҡында һөйлә. Ул ҡатнашҡан ниндәй спектаклдәрҙе ҡараның? Ни өсөн тап ошо артисты оҡшатаһың? 22. Башҡорт академия драма театрына ла, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына ла быйыл 100 йыл тула. Ошо театр сәхнәһендә драматургтың ниндәй әҫәрҙәре ҡуйылған? Кәмендә бишәүһен һанап сыҡ. 23. Башҡорт академия драма театрында ниндәй исем менән балалар студияһы эшләй? Уға кем етәкселек итә? 24. Ошо уҡ театрҙа ниндәй авторҙың балалар тормошо тураһындағы ниндәй әҫәре ҡуйыла? 25. «Йәншишмә» биттәрендә ҡайһы актёр менән осрашырға теләр инең? Уға ниндәй һорауҙар биргең килә? Кәмендә 15 һорау яҙып ебәр.
Читайте нас: