+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Март 2019, 14:54

Битте елдәр һыйпап ала, табанда ҡар шыжлап ҡала

Быйылғы бәйгебеҙ ҙә Күмертауҙа үтте. Ике йәш төркөмөндә уҙған ярыштарҙа 40 команда, барлығы 211 йәш саңғысы ҡатнашты. Беҙҙе йәнә шуныһы ла ҡыуандырҙы: Бөрйән, Әбйәлил, Салауат, Күгәрсен, Нуриман, Стәрлебаш, Ҡыйғы яҡтарынан да килеп еткәндәр. Юғиһә, Ҡалтасы, Мишкә, Бәләбәй, Баҡалы, Туймазы, Өфө, Миәкә райондары вәкилдәре йыл да әүҙемлек күрһәтәләр, уңышҡа ирешәләр ине. Ҡаланыҡылар тураһында әйтеп тә тормайбыҙ. Учалы, Нефтекама, Октябрьский, Межгорье, Күмертау командалары быйыл да һоҡландырҙы. Ә шулай ҙа Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан республика финал ярыштарында берәүҙең дә ҡатнашмауы аптырата. Уларҙа саңғы спортына иғтибар етмәйме икән әллә?


Беҙҙе йәнә шуныһы ла ҡыуандырҙы: Бөрйән, Әбйәлил, Салауат, Күгәрсен, Нуриман, Стәрлебаш, Ҡыйғы яҡтарынан да килеп еткәндәр. Юғиһә, Ҡалтасы, Мишкә, Бәләбәй, Баҡалы, Туймазы, Өфө, Миәкә райондары вәкилдәре йыл да әүҙемлек күрһәтәләр, уңышҡа ирешәләр ине. Ҡаланыҡылар тураһында әйтеп тә тормайбыҙ. Учалы, Нефтекама, Октябрьский, Межгорье, Күмертау командалары быйыл да һоҡландырҙы. Ә шулай ҙа Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан республика финал ярыштарында берәүҙең дә ҡатнашмауы аптырата. Уларҙа саңғы спортына иғтибар етмәйме икән әллә?

– Саңғы менән шөғөлләнеү биатлонда ныҡ ярҙам итә, – ти ул. – Шуға беҙҙекеләр яҡшы ғына һөҙөмтә күрһәтеп өлгөрҙө. Һынатмаҫҡа тырышабыҙ.

Ә саңғы ярышына килгәндә, 2008 – 2007 йылғылар араһында Данияр – алтынсы, Илнар ун етенсе урын яуланы.

Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылынан Григорий Васильевич Каптелинин – күптәнге танышыбыҙ, һәр йылды саң­ғысыларын алып килә. Кәрәк икән, үҙе бағымсыһын да, транспортын да таба.
– Беҙ «Йәншишмә» гәзите приздарына үткән ярыштарҙа 1983 йылдан бирле ҡатнашабыҙ, – тип һөйләне Григорий Васильевич. – Бер нисә тапҡыр командабыҙ еңгәне бар, ә Таня Башмакова шәхси беренселектә ике мәртәбә чемпион исемен яуланы. Әйткәндәй, ул ошо ауыл мәктәбендә хәҙер физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.

– Быйыл командағыҙҙа кемдәр иң өмөтлөһө һуң? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Тимур Биксолтанов менән Азалиә Әхмәтшиналар, районда уларға етеүселәр юҡ, – тип белдерҙе Туймазы тренеры.

Григорий Васильевичтың эргәһендә оло йәштәге бер кешене осраттыҡ. Баҡтиһәң, Күмертауҙағы педагогия колледжының элекке уҡытыусыһы, спорт ветераны Василий Николаевич Медведев икән. Ул да саңғы уҙыштарын ҡарарға килгән.

– Каптелинин – минең уҡыусым, шуға килеп еттем, – ти ветеран. – Спортты һаман да яратам, ташлаған юҡ.

Һай, афарин!

Саңғы ярышында Әбйәлилдән Илшат Сафин, Урал Ҡаһарманов (Әбделмәмбәт), Тимур Ильясов, Сабир Атауллин (Ҡаҙмаш) һәм Бөрйәндән Марсель Салауатов, Вәсилә Әйүпова, Лиана Ишбулатова, Рәсимә Толобаева, Айтуған Малаҡаевтар (Байназар) менән күрешеүебеҙгә лә һөйөндөк. Был райондарҙа саңғы спортына иғтибар бүлеүҙәренә лә ҡыуандыҡ.
– Байназарҙа ҡатыным Вәсилә Әмир ҡыҙы физкультуранан уҡыта, – ти Бөрйән районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Варис Мәжит улы Йәмилев. – Уның тәрбиәләнеүселәре үҙебеҙҙә генә түгел, Белорет, Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондары араһында быйыл еңеп сыҡты. Беҙ – беренсе, әбйәлилдәр икенсе булды. Бына әле шул ике команда финалға үтте.

Бына бит нисек! Бүтән район етәкселәре лә шулай булһын ине.
Салауат районы вәкилдәре лә быйылғы уҙыштарға ныҡлы әҙерләнгән, күрәһең. Ярыш һөҙөмтәләренә ҡараһаң, Лиә Ғатауллина (2007 йылғы) – дүртенсе, Айҙар Хәйретдинов (2007) – һигеҙенсе, Гөлдәр Исламетдинова (2005) ун дүртенсе урын алған. Командалар араһында кесе йәш төркөмөндә дүртенсе булдылар! Саңғысыларҙың бөтәһе лә Тирмән мәктәбенән дә ул! «Йәншишмә»нең элекке баш мөхәррире Сафуан Әлибаев, элекке яуаплы сәркәтибе Ғәбиҙулла Зариповтарҙың ауылынан! Беҙҙең гәзит өсөн ҡыуаныслы, онотолмаҫ ваҡиға булды. Ғорурлыҡ та.
Ә бына кесе төркөмдә эстафетала нефтекамалар иң-иңе булып танылды. Данлыҡлы Ҡалтасы командаһы икенсе урында ҡалды, былтыр улар еңеп сыҡҡайны.

«Йәншишмә» гәзите призына быйылғы ярыштар ҙа үтеп китте. Беҙ ойоштороусыларға, атап әйткәндә, Күмертау балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, ҡала хакимиәте етәкселәренә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Йәш саңғысыларҙы матур ҡаршыланығыҙ, саңғы бәйгеһен тейешле кимәлдә үткәрҙегеҙ. Хатта ике көн барған буран да ҡамасаулай алманы.

Ҙур рәхмәт!

Күмертау ҡалаһында «Йәншишмә» гәзите призына уҙған республика саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВАға һәм Башҡортостан Республикаһының Бильярд спорты федерацияһы президенты Риф Раил улы ӘФЛӘТҮНОВҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Күмертау ҡалаһы.


Читайте нас: