+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Март 2019, 16:01

Йәш химиктар бәйгеһе

Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы баш ҡалабыҙҙа уҙҙы.

Унда Рәсәйҙең 55 төбәгенән IX – XI синыфтарҙан 230 уҡыусы көсөн һынаны. Еңеүселәргә дипломдарҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы.
Улар мәктәп йылдарын хәтерҙәренә төшөрөп, матур теләктәрен дә еткерҙе. Радий Фәрит улы үҙен химия менән тәү сиратта ата-әсәһе биргән исеме бәйләүе хаҡында ла һөйләне, хатта Менделеев таблицаһында ниндәй һан аҫтында тороуын да әйтте.
Беҙҙең Башҡортостандан алты уҡыусы ҡатнашҡайны, улар барыһы ла призёрҙар исемлегенә инеп ҡыуанды.
Читайте нас: