+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Март 2019, 15:57

Йыл уҡытыусылары

Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019» республика конкурсын ябыу тантанаһы үтте.

Бәйге һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөләге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина лайыҡ булды. Бынан тыш, ул баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип тә танылғайны. Хәҙер «Йыл уҡытыусыһы – 2019» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — баш ҡаланың 7-се мәктәбенән Гөлшат Ғәбитова, татар теле уҡытыусылары араһында — Дүртөйлө районының Өсбүлә мәктәбенән Айгөл Фәрхетдинова. Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы булып Өфөнөң 160-сы лицейынан һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимерова танылды. Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен Туймазы районының Собханғол мәктәбенән Елена Баҡыева алды. Сухомлинский миҙалына Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илгиз Истам­ғәлин лайыҡ булды.
Читайте нас: