+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Апрель 2019, 11:36

Асыҡ фотоһүрәттәр конкурсын 100 йыллыҡҡа арнап

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арнап «Мәңге йәшә, тыуған Башҡортостаным» асыҡ ҡала фотоконкурсы үткәрелә. Уны Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Өфөләге «Визуал» художестволы фото эшләү оҫтаханаһы ойоштора.

Бәйгелә үҙ эшенең оҫталары, 16 йәштән ҙурыраҡ ябай фотоға төшөрөргә яратыусылар ҡатнаша ала. Унда «Башҡортостан 21 быуатта» (билдәле архитектура объекттары, арт-объекттары фотоһүрәттәре), «Тарихи Өфө» (баш ҡала халҡының 1919 - 2019 йылдарҙағы шәхси архивынан урам, парк, скверҙар фотоһүрәттәре ), «Тейелмәй торған урындар» (тәбиғи парк, ҡурсаулыҡтар, билдәле туристик маршруттар, республика тәбиғәтенең иҫ киткес матурлығын һүрәтләгән фотоһүрәттәр), «Сығанаҡтар» (милли байрамдар, тормош-көнкүреш йолалары, милли мәҙәниәт элементтары менән һынлы сәнғәт әйберҙәре фотоһүрәттәре), «Башҡортостан йөҙҙәрҙә» (күренекле мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, хеҙмәт кешеләре фотоһүрәттәре) номинациялары ҡаралған.
Эштәрҙе 11 ноябргә тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки «Живи в веках родной Башкортостан» билдәһе менән 450093, Өфө ҡалаһы, Маршал Жуков урамы, 3/1 адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: