Уны «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды, Учалы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм «Урал йәшмәләре» әҙәби берләшмәһе ойошторҙо.
Был мәртәбәле бәйгелә ҡала һәм район мәктәптәренән V – X синыфта уҡыған 42 бала үҙ көсөн һынаны. Шарттарға ярашлы, унда ҡатнашыусы һәр уҡыусы ошо өс шағирҙың берәр шиғырын яттан һөйләргә тейеш ине.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, алты бала – Оҙонгүлдән Лидиә менән Алһыу Ҡотоевалар, Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол мәктәбенән Илнур Филалов, Илсенән Гүзәл Вәлиева, 1-се башҡорт лицейынан Нәркәс Солтанова, Алмаз Исхаҡов исемендәге Уральск мәктәбенең Яңы Байрамғол филиалынан Ғаяз Мортазиндар лауреат тип табылды. Улар аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Шулай уҡ Иманғолдан Вадим Юнысов менән Альбина Ғәлиеваға, Учалы башҡорт гимназияһынан Милена Аллаяроваға, Мулдаҡайҙан Батырша Рамаҙановҡа һәм Илсенән Ғәлим Ғәйфуллинға, Миндәктәге 6-сы мәктәптән Азалиә Билаловаларға махсус приздар тапшырылды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә шулай уҡ «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү фонды тарафынан баҫып сығарылған «Шәғәли Шаҡман юлы» һәм төбәгебеҙҙәге йәш авторҙарҙың әҫәрҙәренән төҙөлгән «Умырзая» исемле китаптар бирелде.