Быйылғыһында ла һайлап алыу турында талаптар бик ҡаты ине. VII – XI синыфтар араһынан береһенән-береһе сибәр 12 ҡыҙ финалға үтте. Иң яҡшы остаздар ярҙамында үткәрелгән хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса оҫталыҡ дәрестәренең һөҙөмтәһен дә күрҙек. Бәйге бик матур ойошторолоп, барыбыҙға ла яҙ кәйефе бүләк итте.
Иң-иңдәрҙе «Таңсулпан» драма түңәрәгенең етәксеһе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Азамат Закир улы Шәмсетдинов, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зәлиә Тәлғәт ҡыҙы Яппарова, эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙо Илнур Рамаҙанов, «Һылыуҡай – 2018» республика гүзәллек бәйгеһендә II урын яулаусы Илзирә Әсмәндийәрова һәм сығарылыш уҡыусылары Дилә Рәсембәтова, Зариф Сөләймәновтар билдәләне.
Конкурстың тәүге һынауы үҙең менән таныштырыу ине. Һылыуҡайҙар ғаиләһе, хыялдары, киләсәккә ҡуйған маҡсаттары тураһында һөйләне. Иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе жюри һорауҙарына яуап биреү булғандыр. Ҡыҙҙар бында ла юғалып ҡалманы. Артабан дефиле, бергәләп бейеү һәм Театр йылына бәйле сығыштар булды. Ҡыҙҙарҙың һығылмалығына, бейеү оҫталығына, үҙ-үҙен тотошона, гүзәллектәренә иғтибар ителде. Бәйге барышында «Аҡйондоҙ» ансамбленең дәртле сығыштары, гимназистар башҡарыуындағы йырҙар тамашасыларға бик оҡшаны.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте. Еңеүселәрҙе тәбрикләү жюри ағзаларына тапшырылды. Шулай итеп, Илвина Шәйбәкова, Римма Хәлимова, Зәлифә Мусина, Диана Атанғолова, Алина Әхмәрова, Зөлфиә Хәсәнова, Эльвина Ғүмәрова төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Өсөнсө урын – Алина Заһитовала, икенсе урын – Ғәлиә Ғөзәйерова менән Азалиә Әбүбәкировала, беренсе урынға Гөлиә Тимербулатова сыҡты. Ә еңеүсе тажына һәм Гран-приға үҙенең нәфислеге, оҫталығы менән айырылып торған X синыф уҡыусыһы Айзилә Төркмәнова лайыҡ булды.
– «Гимназия һылыуҡайы – 2019» бәйгеһендә ҡатнашыу минең өсөн ҙур бәхет. Уға әҙерлек өс аҙна буйына барҙы. Бында алған тәжрибә тормошта ла бик кәрәкле буласаҡ, тип уйлайым. Үҙемде сәхнәлә матур тоторға, ышаныслы сығыш яһарға өйрәндем. Ҡыҙҙар менән әҙерлек барышында яҡын дуҫтарға әүерелдек.
Иң тулҡынландырғыс мәл һөҙөмтәләрҙе иғлан итеү ине. Үҙемдең еңеүсе икәнемде белгәс, юғалып ҡалғандай булдым.
Матурлыҡ серҙәрен өйрәтеп, беҙҙе бәйгегә әҙерләгән барлыҡ ойоштороусыларға һәм остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! – ти Айзилә.
Ҡыҙҙар, һеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.