+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Май 2019, 12:29
Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар
Мәктәпкә иртән барам,Уҡырға мин яратам.Белем алабыҙ, уйнайбыҙ,Унан һис тә туймайбыҙ.
Йылмайып ҡаршы ала.
Барыбыҙға төплө белем,
Һәйбәт тәрбиә һала.
Шундай изге апайҙы
Ярата һәр бер бала.
Мәктәпкә лә йүгереп,
Шатланып ҡына бара.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған туған телдәр буйынса ҡала фестивале 127-се мәктәптә үтте. Республиканың 47 белем усаҡтарынан уҡыусылар йыйылғайны. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Октябрь районының ҡала округы хакимиәте мәғариф бүлеге һәм сараны үҙендә үткәреүсе 127-се мәктәп.
Белем усағына килеп инеү менән уҡыусыларҙың ныҡлап әҙерләнгәндәре һиҙелеп тора. Башҡортса иҫәнләшеүҙәре күңелгә май булып яғылды. Ә бит мәктәптә башҡорт теле ата-әсәләр теләге буйынса фән булараҡ ҡына уҡытыла. Директор Рәмилә Салауат ҡыҙы Рәхимоваға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала. Бында башҡорт халҡының милли ҡомартҡылары, төрлө көнкүреш әйберҙәрҙән торған бай музей туплағандар. Шулай уҡ уҡыусыларҙың матур ижади күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
– Тел – халыҡтың тарихы, бөгөнгө көҙгөһө, уның буйынса милләттең киләсәген тойомлап була. Шуның өсөн әлеге сараның яңы форматы – телебеҙҙең һөйләү телмәре мөмкинлектәрен тағы ла киңерәк популярлаштырыуға ҡоролған, – тине.
Бөйөк яҙыусыларыбыҙ ижады буйынса сығыш яһаусы Заһит Вәлишин (Салауат районы, Мәсетле мәктәбе), Денис Ниғмәтуллин (1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы), Ольга Лобастова (147-се), Сабина Ғибәҙуллина (136-сы башҡорт лицейы), Тамара Хәлилова (127-се), уҡытыусы Илгизә Туҡбаева (42-се лицей), Аделина Сәлихова (147-се), Алмас Тажетдинов (Салауат районы, Ахун ауылы) һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар Рәхмәт хаттары, ә уҡыусылар сертификат һәм дипломдар менән бүләкләнде
Фестивалдә сығыш яһаусылар аша телебеҙҙең моңлолоғона, тапҡырлығына, булат ҡылысындай үткерлегенә һәм күркәм яңғырашлы икәненә тағы ла инандыҡ. Шунан да изге, яҡын, ҡиммәтле аманатыбыҙ юҡ беҙҙең. Ошондай көслө уҡыусыларыбыҙ булғанда бирешмәбеҙ! Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән