+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Октябрь 2019, 13:11

«Хәтирәләр» номинацияһында бүләкләндем

2019 йыл тарихи ваҡиғаларға бик бай. Сөнки бер юлы республикабыҙҙың һәм яратҡан шағирыбыҙ Мостафа Сафа улының 100 йыллығын билдәләйбеҙ.

Бер быуатлыҡ тарих! Күпме һыуҙар аҡҡан, үҙгәрештәр, яңы асыштар булған, нисә быуын алмашынған. Ләкин бер кемдең дә аңынан заманында республикам, халҡым, тип янып, илһамланып йәшәгән шәхес юйылмаған. Яҙыусы хаҡында хәтер йәшәһен өсөн халыҡ әлеге көнгә тиклем ҡулынан килгәнсә барыһын да эшләй. Юбилей уңайынан бындай эштәрҙең күбәйеүе икеләтә ҡыуандыра. Хәтер кисәләре, флешмобтар, иншалар бәйгеһе үтте, экранға «Һеңлекәш» фильмы сыҡты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында – «Ҡыҙ урлау», «Нур» татар театрында «Айгөл иле» спектаклдәре ҡуйылды.

Мәғариф министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы тарафынан «Мостай уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә ойошторолдо. Уның беренсе өлөшө сараны үткәреүсе белем усағы бинаһында уҙҙы. Бында интерактив оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Мостай Кәрим һәм Мәрйәм Бураҡаева музей-кабинеттарын күреү шатлығын кисерҙек. «Күкрәгемдән ҡоштар осорам…» әҙәби-музыкаль кисәнең йөкмәткеле булыуы барыһына ла оҡшағандыр, тип уйлайым.

Һуңынан ҡатнашыусылар «Торатау» конгресс-холына юлланды. Әйткәндәй, бәйгегә барлығы 720 эш ебәрелгән. Был һан уҡыусыларҙың әүҙем, сәмле булыуын һәм яҙыусыға ҡарата ихтирамын күрһәтә.

Еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы дүрт номинацияла билдәләнеләр. «Хәтирәләр» тигәнендә Батырхан Хәмиҙуллин менән еңеүсе булдыҡ, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандыҡ. 10 октябрҙа «Бәхетнамә« тапшырыуында Мостай ағайҙы, уның ижадын хәтерләп, халыҡ шағирына арналған саралар хаҡында һөйләштек.

Эйе, Мостай Кәрим шәхесе һәм ижады менән әҙме-күпме танышбыҙ, ләкин беҙҙең быуынға уны өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Шул ваҡытта ғына Рауил Бикбаев әйткәнсә: «Төҫ ташламаҫ әле шағирыбыҙ!» Яҡты маяҡ кеүек юлыбыҙҙы һәм күңелдәребеҙҙе нурландырып торор.


Айгүзәл ВӘЛИЕВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: