+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Ноябрь 2019, 12:47
Интернет-конкурс еңеүселәре
Мостай Кәримдең юбилейына бағышлап Миндәктәге 6-сы мәктәптең башланғыс синыфтары араһында «Ҡоштар осорам» интернет-конкурсы ойошторолдо. Был бәйгелә ҡала һәм райондан 78 бала ҡатнашты. Шулай уҡ Әбйәлил яҡтарынан да эштәр тәҡдим ителде.
Был конкурсты ойоштороуҙа башланғыс синыфтарҙың методик берекмә етәксеһе Зөлфиә Туҡтарованың тырышлығы маҡтауға лайыҡ. Ул үҙенең әүҙемлеге менән райондың бөтә башланғыс синыф уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырып, бәйгегә йәлеп итте. Төп эше араһында ла алды-ялды белмәй, интернеттан килгән һорауҙарға яуап биреп, балаларҙың видеояҙмаларын ҡарап, «Бәйләнештә» селтәрендәге конкурс диуарына урынлаштырҙы. Әлбиттә, был күпме ваҡыт һәм көс талап итә. Үҙенең уҡыусыларын да бәйгегә әҙерләп өлгөрөргә кәрәк.
Интернет-конкурста миңә жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашырға тура килде. Бындай матур сараны үткәргән Миндәктең 6-сы мәктәбенә һәм Зөлфиә Ғаҡыл ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Уның кеүек үҙ эшенә мөкиббән киткән кешеләр күберәк булһын ине.
Ә интернет-конкурстың абсолют еңеүселәре тип Яҙгөл Нажарова (Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол), Даяна Хәсәнова (Учалылағы башҡорт гимназияһы), Арыҫлан Хөснуллин (Наурыҙ), Арсен Ғәзизов (Миндәктәге 7-се мәктәп), Нургизә Камалетдинова (Ураҙ лицейының Ҡотой филиалы), Камилла Уйылданова (Илсе) танылды. Баһалама төркөмө тарафынан еңеүселәр, номинацияларҙа призёрҙар ҙа билдәләнде.
Зөһрә ШАҺИЕВА, ауыл китапханасыһы.
Учалы районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән