Учалылағы 3-сө лицейҙа үткән бәйгелә беренсе турҙа еңеүселәр ҡатнашҡан. Йәш дикторҙар, нәфис һүҙ оҫталары баһалама комиссияһына этномәҙәниәт һәм туризм тураһында телевизион реклама ролигын, яңылыҡтар һәм Мостай Кәримдең әҫәрен тәҡдим иткән. Гран-приға Миндәктәге 7-се мәктәптән XI синыф уҡыусыһы Дим Баймырҙин лайыҡ булған. I урынды Мулдаҡайҙан Сәриә Йәшелбаева һәм Сәфәрҙән Ислам Исхаҡов яулаған. II урынға III синыф уҡыусылары – 10-сы мәктәптән Алһыу Камалова һәм Абҙаҡтан Зөлхизә Аманова сыҡҡан. Уральск мәктәбенең VI синыфынан Ғаяз Мортазин менән 3-сө лицейҙың V синыфынан Назар Ғиниәтуллин – III урында.
Еңеүселәргә һәм призлы урын алыусыларға «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы әҙерләгән бүләктәр, дипломдар һәм кубоктар тапшырылған. «Диктор тауышы» конкурсы еңеүсеһе Дим Баймырҙиндан был бәйге тураһында һораштыҡ.
– Был конкурс тураһында миңә уҡытыусым әйтте. Беҙ икәүләп әҙерләнеп, I турға Яңы Байрамғол ауылына барҙыҡ. Унда мин III урын алғайным. Шунан һуң тағы нығыраҡ әҙерләнеп, икенсе турҙа ҡатнаштыҡ. Яңылыҡтар, реклама һәм Мостай Кәримдең «Ҡоролтайға ҡотлау» шиғырын уҡыным, – ти ул.
Дим химия, математика, урыҫ һәм башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен ярата икән. Бер нисә йыл бейеү һәм театр түңәрәктәрендә шөғөлләнгән. Конкурстарҙа, мәктәптә үткән байрам сараларында бик теләп ҡатнаша.