+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Декабрь 2019, 17:20

«Башҡорт шәле» конкурс-фестивале үтәсәк

Баш ҡалабыҙҙа 5 – 8 декабрҙә уҙған «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» халыҡ кәсептәре күргәҙмә-фестивале сиктәрендә «Башҡорт шәле» республика конкурс-фестивале ойошторола.

Программала командалар араһында ижади ярыштар, билдәле шәл оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Йәрминкәлә кәзә дебетенән бәйләнгән әйберҙәр – шәл, бирсәткә, бейәләй, жилет, өскөл яулыҡ, палантиндар ҙа һатыласаҡ.
«Башҡорт шәле» республика фестивале беренсе тапҡыр 1992 йылда Өфөлә үткәйне, унан һуң Ейәнсура, Стәрлебаш райондарында, Күмертау ҡалаһында ла уҙғарылды.
Читайте нас: