Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Декабрь 2019, 14:10

«Беҙ – бер планета балалары»

«Беҙ – бер планета балалары» республика фестиваль-конкурсы социаль сығышы, һаулыҡ торошо буйынса төрлө булған балаларҙы бер майҙансыҡҡа йыйҙы.

Был сара Башҡортостанда икенсе тапҡыр үткәрелә һәм ҡыҙҙар, малайҙар унда ҙур теләк менән ҡатнаша. Төп маҡсат: сәләмәт һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, ғаиләләрҙә һәм приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгән балаларҙы осраштырыу, берләштереү, дуҫлаштырыу.
Конкурста бөтәһе 30 йыр һәм бейеү коллективы ҡатнашты. Шулай итеп, Өфө балалар филармонияһында 400-ләгән 7 – 16 йәшлек йәш артист сығыш яһаны. Уларҙың һәләтен Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Диана Ишниязова етәкселегендәге комиссия баһаланы. Бейеү буйынса Ҡалтасы районының – «Фантазия», Дүртөйлөнән – «Аҡ димгел» һәм «Сөмбөл» ансамблдәре, йыр буйынса Өфөнән – «Задоринки», Салауат ҡалаһынан – «Йәйғор», Стәрлетамаҡ районынан «Рощица» ансамблдәре еңеүсе тип танылды.
Фойела ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ҙа ойошторолдо. Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған был сараның балаларҙа дуҫлыҡ, толерантлыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур. Шулай уҡ һәләтле балаларға үҙҙәрен ҙур сәхнәлә күрһәтергә мөмкинлек биреүе лә бик мөһим.
Читайте нас: