+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Декабрь 2019, 13:04

"Ғарипов уҡыуҙары": яңы асыштар

Баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында «Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара конференцияһы уҙҙы. 2000 йылдан уҙғарылып килгән бәйге быйыл республикабыҙҙың, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына – 100, әлеге белем усағының 75 йыллыҡ юбилейҙарына бағышланды.


Мәртәбәле сара Башҡорт теле көнө алдынан «Эй, ҡәҙерле башҡорт теле» тамашаһы менән асылды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов етәкселегендә «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле дәртле бейеүҙәре менән күңелдәрҙе күтәрһә, «Гәлсәр» балалар хор коллективы, «Аманат» этно-төркөмө туған телебеҙгә арналған сығыштары менән һөйөндөрҙө. Вәсил Баймырҙин етәкләгән ҡурайсылар ансамбле уйнаған көй-моңдар ҙа тамашаның биҙәге булды.

«Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара конференцияһына хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Тарих фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марат Ҡолшәрипов, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева, филология фәндәре докторы Гөлнур Бохароваларҙың телмәренән тамаша залына йыйылыусылар республикабыҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, телебеҙ хаҡында бик күп яңылыҡтар асты. Ә инде Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров алдағы йылдан «Ғарипов уҡыу­ҙары» төбәк-ара конференцияһы Хөкүмәт тарафынан финансланыуын белдереп, ҙур шатлығы менән уртаҡлашты.

Төбәк-ара конференция 6 секция – «Интернатым – пар ҡанатым», «Бер телдән дә телем кәм түгел», «Театр – бөйөк сәнғәт йорто», «Мостай Кәрим – халыҡ илсеһе, рух ҡеүәте», «Башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау һәм үҫтереү юлдары», «Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл» буйынса ойошторолдо. Барлығы 35 белем усағынан 70 уҡыусы фәнни-тикшеренеү эшен яҡланы.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ғилми эштәрендә ниндәйҙер асыштар яһарға, эҙләнергә тырышҡанлығы күренеп тора. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Зиниә Хәсәнованың хеҙмәтенән Мостай Кәримдең музейға ҡуйылған комсомол билетын юғалтып йөрөүҙәрен белдек. Күптәр быны ишетеп, көйөнөп китһә, быйыл бөйөк шағирыбыҙҙың 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә уның табылыуын хәбәр итеп, тағы шатландырҙы.

– Яҙыусы тормош ваҡиғалары, геройҙарының ҡылыҡ-фиғелдәре аша ғына түгел, әҫәр­ҙәрендә тел-һүрәтләү сараларының уңышлы ҡулланылышы менән дә үҙ уҡыусыһын билдәләй. Мостай Кәрим теле – ул халҡыбыҙ теле. Уның әҫәрҙәре аша телебеҙҙең байлығына, матурлығына, яғымлылы­ғына тағы бер инанып һәм ҡыуанып була. Минең үҙем өсөн «Өс таған» повесының телен өйрәнеү үҙе бер мәктәп булды. Күп нәмә алдым, киләсәктә лә уға таянасаҡмын, – тип сығыш яһаны «Мостай Кәрим – ха­лыҡ илсеһе, рух ҡеүәте» секция­һында Ейәнсура районы Иҫән­ғол башҡорт интернат-гим­назияһынан Искәндәр Йыл­ҡыбаев.

«Бер телдән дә телем кәм түгел» йүнәлешендә Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһынан Алһыу Туҡтамышева Рәми Ғарипов шиғырҙарындағы әсә концептын тикшерһә, «Башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау һәм үҫтереү юлдары» тигәнендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының уҡыусылары Камила Нәзирова, Эльмира Дәүләтшина, Артур Һатлыҡов ҡыҙыҡлы «Кurailand» проектын тәҡдим итте.

Секциялар эше тамамланғандан һуң, барлыҡ конференцияла ҡатнашыусыларға Римма Нәбиева етәкләгән «Таңсулпан» драма түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр «Моңдар ҡайтһын ауылға» спектаклен күрһәтте. Йәш артистарҙың ролгә инеп, оҫта итеп уйнауҙарына хайран ҡалып ултырҙыҡ. Аҙаҡ уларҙың сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.

«Ғарипов уҡыуҙары» төбәк-ара конференцияһында һәр секция буйынса еңеүселәр айырым билдәләнде. Шуныһы ҡыуандыра: бәйгенең йылдан-йыл мәртәбәһе арта, географияһы киңәйә бара. Алдағы йылдарҙа ла балаларға яңы эҙләнеүҙәре менән сығыш яһарға яҙһын.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: