+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Декабрь 2019, 12:40

«Беренселәр» – беренсе!

Мәғарифты үҫтереү институтында тәүге тапҡыр «Тел серҙәре» тигән интеллектуаль уйын ойошторолдо. Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарылған сарала баш ҡалабыҙҙың милли белем усаҡтарынан дүрт команда көсөн һынаны.

Был уйын беренсе тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды. Һынау үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Һәр береһе сәхнәгә сығып, командаһының исемен һәм девизын яңғыратты. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары – «Осҡон», республика инженер интернат-лицейыныҡылар – «Рух инженер­ҙары», Рәми Ғарипов исемендәге 1-се респуб­ли­ка башҡорт интернат-гимназияһынан килеүселәр – «Беренселәр», Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары үҙҙәрен «Башҡорттар» тип атаған.

Киләһе эш төрөн иғлан итер алдынан Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гим­назияһында эшләп кил­гән «Ләйсән» бейеү ансамбле етәксеһе Луиза Ғәлина башҡорт бейеүе хаҡында һөйләп, уның элементтарын башҡа­рып күрһәтте. Унан һәр ко­манданан биш уҡыусы саҡырып сығарылды. Улар ҡуйылған милли көй­ҙәргә төрлө хәрәкәттәр яһап, бейеп күрһәтергә тейеш ине. Афарин, балалар, бик матур килеп сыҡты! Тамаша залына йыйылыусы уҡытыу­сылар, көйәрмәндәр ҙә тик ултырманы, уйында ҡатнашыусылар менән бергәләп «Башҡорт бейеүен бейейем» флешмобында ҡатнашты.

Уйында ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәре лә тикшерелде. Командаларға сиратлап «Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө», «Башҡортостан гимны авторҙары», «Тыуған ил, туған тел тураһында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре», «Башҡорт телендә нисә килеш бар?», «Синтаксис нимә өйрәнә?» кеүек 10 һорау тәҡдим ителде. Уларҙың һәр береһенә 1 минут эсендә генә яҙма яуап биреп өлгөрөргә кәрәк ине.

Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәрергә була? Киләһе һынауҙа һәр команда ошо һорауға яуап эҙләне, уй-фекерҙәрен уҡып ишеттерҙе.

Әкиәт яҙып, уны шунда уҡ ролдәргә бүлеү, сәхнәләштереп тә күрһәтеү етеҙлекте талап итә ине. Был һынауҙы рәхәтләнеп көлә-көлә ҡараныҡ.

Интеллектуаль уйын барышында һәр командаға тиҙ арала фотоға төшөп, «Инстаграмм» селтәренә Мәғарифты үҫтереү инс­титуты хештегы менән һалырға ҡушылғайны. Кем унда иң күп лайк йый­ҙы­мы? «Осҡон» командаһы. Уларҙың фотоларына 173 кеше лайк ҡуй­ған. Ко­мандаға бергәләп сәй эсергә торт бүләк ителде.

Абруйлы баһалама төркөмө һәр сығышты иғтибарлап ҡарап, мәрәйҙәр ҡуйып ултырҙы. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының «Беренселәр» командаһы еңеүсе тип табылды, икенсе урында – «Башҡорттар», өсөнсө урындарҙа – «Осҡон» һәм «Рух инженерҙары». Уйын һәр кемде рухландырып, ҡанатландырҙы.


Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: