-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Декабрь 2019, 15:55

«Ете егет»тең береһе ат эләктерҙе

«Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе, «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева халҡыбыҙҙы матур проекттары менән ҡыуандырып тора.

Быйыл төшөрөлгән «Ете егет» тигәнен дә яратып ҡараныҡ. Был проектта 7 башҡорт егете ҡатнашты: Раян Ғәлин (Баймаҡ), Буранбай Аралбаев (Баймаҡ), Искәндәр Йәнбәков (Баймаҡ), Алмаз Такалов (Йылайыр), Салауат Зәйнетдинов (Мәсетле), Салауат Хафизов (Әбйәлил), Ирек Биктимеров (Баймаҡ). Тапшырыуҙар Бөрйән районында төшөрөлдө.
Замана егеттәре һәр оҫталыҡ дәресендә бер халыҡ кәсебенә өйрәнде. Мәҫәлән, күн эшкәртеү серҙәренә уларҙы Азамат Юлдашбаев төшөндөрҙө. Ҡыҙыҡһанып ҡарап барғанһығыҙҙыр әле: солоҡсолоҡ, тимер эшкәртеү, йылҡысылыҡ... Реалити-шоуҙың төп маҡсатарының береһе лә – йәштәргә боронғо кәсептәребеҙҙе күрһәтеү, өйрәтеү.
Ә проекттың финалы «Егеттәр балы» тип аталды. Төп бүләк – башҡорт тоҡомло аты Салауат Хафизовҡа тапшырылды. Тапшырыу Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 31 декабрҙә күрһәтеләсәк.
Быйыл 10 йәшен билдәләгән «Ҡурай» телеканалында бына шундай ҡыҙыҡлы телепроект барлыҡҡа килде. Киләһе йылда ла дауам ителеүе көтөлә. Егеттәр, кемдәр ярышҡа сығырға әҙер?
Читайте нас: