Был сараны Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, республикабыҙҙың Милли музейы, мәғариф ветерандары советы ойоштора. Конференцияға тиклем йыйынтыҡ донъя күрәсәк. Унда мәҡәләләрҙе баҫтырыу бушлай. Фәнни-ғәмәли конференцияла иң яҡшы тип табылған материалдар «Педагогический журнал Башкортостана», «Современные исследования социальных проблем» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа донъя күрәсәк.