+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Ғинуар 2020, 14:00

Йомаштыҡылар үәт баҫасаҡ!

"1998 йылдағы авариянан һуң күрмәйем, яҙа алмайым, ҡултыҡлап йөрөтәләр. Әммә мин бирешмәҫкә тырышам", ― ти Өфөлә йәшәүсе Хәмиҙә инәй Барлыбаева. Ул үҙе заманында төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, оҫта итеп бейегән. Тыуған ауылында бейеүгә һәләтлеләрҙе асыҡлау маҡсатында Хәмиҙә инәй 6 ғинуарҙа "Йомаштыҡылар үәт баҫа" тигән конкурс ойоштормаҡсы.

"Уҡытыусы булараҡ, һәр байрамды, тантананы ҡыҙыҡ итҽп үткәрҽргә тырыштым, бҽйҽргә, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттҽм. Тормош әҙ гҽнә булһа ла матур булһын, тип "Йомаштыҡылар үәт баҫа!" тигән бҽйҽү ярышына кҽсҽһҽн дә, олоһон да ҡатнашырға саҡырам. Үҙемдән өс прҽмия менән бүләкләйем: беренсе урын – 5 мең һум, икенсе урын – 3 мең һум, өсөнсө урын – 2 мең һум, ҡалған ҡатнашыусыларға - бүләктәр! Еңеүсе балаларға шулай уҡ Өфөгә экскурсия, театрға саҡырыу ҡағыҙы булыр",― тип хәбәр итә Хәмиҙә инәй Барлыбаева. Бейеү бәйгеһе Баймаҡ районы Йомаш ауылында Йомаш ауыл советы, мәктәп, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре ярҙамында үткәреләсәк.
Читайте нас: