+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Ғинуар 2020, 13:45

Ә һеҙҙә ошондай бәйгеләр үтәме?

Яңы йыл каникулдары мәлендә Бөрйән районында "Айыҡ байрамдан – сәләмәт тормошҡа" тигән интернет-конкурс үтә. Айыҡ ғаилә өлгөһөндә балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған бәйге 8 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Һәр ҡатнашыусы көндәлек эштәрен фотоға төшөрөп, киске 10-ға тиклем "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмгә ҡуя бара.

Беренсе ғинуар көндө конкурста ҡатнашыусылар ғаиләләре менән ҡыҫҡаса таныштырып, Яңы йыл табынынан фото ебәрһәләр, 2-һендә "Мин айыҡ тормош яҡлы" тигән Яңы йыл менән ҡотлау видеояҙмаһын һалғандар. Өсөнсө ғинуарҙа ― саф һауала уйындар, дүртендә өй эсе, ихата биҙәлеше күрһәтелгән. Бишенсе көндәге фотоларҙан нисек тәбиғәт ҡосағында ял иткәндәрен күрергә була. Алтынсы, етенсе, һигеҙенсе ғинуарҙа ҡунаҡтар менән фото, Ҡыш бабай менән селфи, музыкаль номерҙың видеояҙмаһын ебәрергә кәрәк. Һәр бер ҡатнашыусы менән конкурстың төркөмөндә танышырға мөмкин. "Бөгөн беҙ ғаиләбеҙ менән күрше Иҫке Монасип ауылына тюбингта шыуырға, тәбиғәттә ял итергә сыҡтыҡ. Өйҙәге мәңге бөтмәҫ эштәрҙән арынып, рәхәтләнеп ҡышҡы тәбиғәткә һоҡланып, ял иттек. Шул хәтлем балалар ҡыуанды... Улар ағаһы, апайҙары ҡайтҡас, тағы ла килергә һөйләштеләр. Балаларыбыҙҙың шатлыҡ тойғоларын яҙып ҡына аңлатырлыҡ түгел. Ҡыҙыбыҙ Ынйы шиғырҙа сығарып ҡуйҙы", ― тип яҙған Шәмсетдиновтар ғаиләһе үҙҙәренең ялдары хаҡында, фотолары ла ҡуйылған. Ә интернет-конкурстың еңеүселәре 10 ғинуарҙа билдәле буласаҡ.
Читайте нас: