+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Ғинуар 2020, 01:15

Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс башланды

Башҡортостанда Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсҡа эштәр ҡабул ителә башланы.

Был бәйгене 2014 йылдан бирле "Йәшлек" республика йәштәр гәзите ойоштора. Булат Солтангәрәев 2011 йылда, 17 йашендә генә, Xl синыфта уҡыған сағында автокатастрофала һәләк була. Ул төрлө яҡлап һәләтле егет ине: ижад менән шөғөлләнде, спорт яратты, төрлө бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конкурстарҙа беренсе урындарҙы яуланы. Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста республиканың X, XI синыф уҡыусылары, шулай уҡ лицей, колледж уҡыусылары ҡатнаша ала. Ижади эштәр башҡортса яҙырға тейеш. Улар телде һаҡлау, башҡорт халҡының үткән, бөгөнгө тарихына, киләсәгенә бағышланған булырға тейеш. Шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәре, бөгөнгө йәштәрҙең үҫеше тураһында яҙырға мөмкин. Фекерҙәрҙе шиғыр, хикәйә, мәҡәлә, хатта новелла формаһында бирергә була. Әйткәндәй, быйыл конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына үткәрелә. Тәҡдим ителгән эштәр "Йәшлек" гәзитендә, баҫманың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә баҫыласаҡ. Еңеүселәргә 15, 10, 5 мең күләмендә премиялар тапшырыласаҡ.
Читайте нас: