+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
22 Ғинуар 2020, 18:17

Иғтибар! Бәйге!

Баш ҡалабыҙҙа 29 февралдән 1 мартҡа тиклем «Башҡортостан һәләттәре» Бөтә Рәсәй конкурсы ойошторола.

Һәләтле балаларҙың исемдәрен асыу, ижади төркөмдәр араһында бәйләнеш булдырыу, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән ойошторолған бәйгелә 3-тән 17 йәшкәсә тиклемге уҡыусылар ҡатнаша ала. Йәш артистарға үҙҙәрен вокал, хореография, нәфис һүҙ, цирк сәнғәте, мода театры, музыка ҡоралдары жанрҙарында һынау мөмкинлеге бар.
Ғаризалар 10 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте http://talanty-bashkortostana.ru/ сайтында һәм 8-965-645-33-77, 8(996)579-21-88 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: