«Әгәр ҙә һин үҙ һүҙле, тәүәккәл, ҡыйыу, батыр! Йә һинең дуҫың ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкәндер?! Тимәк, һеҙ – беҙҙең геройҙар!» – тип тә еткерәләр төркөмдәрендә.
Премияға 8-ҙән 18 йәшкә тиклем балалар һәм үҫмерҙәр дәғүә итә ала. Ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә! Еңеүселәр «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 2 мартта бүләкләнәсәк. Һәр ҡатнашыусыға ла диплом, ә еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премиялар ҡаралған.