+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Ғинуар 2020, 17:27

Олимпиаданан ҡыуанып ҡайттым

Ҡышҡы каникулым иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Синыфыбыҙ менән Яңы йыл байрамдарын матур үткәрҙек. Ҡыҙыҡлы сценарийҙар төҙөнөк, төрлө яңы йырҙар өйрәндек һәм видеояҙмалар төшөрҙөк. Унда мин Ҡарһылыу ролен башҡарҙым. Каникул буйы уҡытыусым Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса рес­публика олимпиадаһына әҙерләндем.

Ниһайәт, көтөп алған бәйге көндәре лә яҡынлашты. Беҙ райондан 16 уҡыусы баш ҡалаға юл тоттоҡ. Ул, йылдағыса, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында үтте. Былтыр тик ҡатнашыусы булараҡ ҡына сығыш яһаһам, быйыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, X синыфтар араһында призёр булыуға ирештем. Йыл дауамында яҡшы әҙерлек алып барыуым, уҡытыусым ҡушҡан бөтә эштәрҙе лә теүәл үтәргә тырышыуым бушҡа китмәне. Балдар һаны буйынса өсөнсө урынға сыҡтым.

Быйыл проект эшен яҡлау олимпиаданың яңылығы булды. Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлауға үҙ өлөшөмдө индереп, «Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе баш­ҡортса компьютер уйындары» тигән теманы һайланым. Был әле минең башланғысым ғына, киләсәктә был эшемде тағы ла киңерәк планда дауам итергә уйлайым.

Гимназияла ойоштороусылар тарафынан әҙерләнгән төрлө уйындарҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнашып, өс көн ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. БДУ, БДПУ кеүек юғары уҡыу йорттарынан килгән ағай-апайҙарҙың сығыштарын тыңлағандан һуң, бәлки, күптәр үҙҙәренә киләсәккә һөнәр һайлағандыр. Телем, илем, тип янып йөрөгән тиҫтерҙәрем араһынан үҙемә дуҫтар ҙа таптым. Улар менән киләһе йылда ла күрешербеҙ әле, тип ышанам.


Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: