Был бәйге «Олатайымдарҙың һуғыштағы батырлығы», «Төбәгебеҙҙең тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балалары».
«Яу ҡомартҡылары – ғаиләбеҙҙә», «Шәжәрәне зауыҡлы эшләү» номинациялары буйынса үткәрелә. Унда VIII – XI синыф уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Башҡортостандан тыш, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә көсөн һынау мөмкинлеге бирелә.
Республика конкурсы өс этапта үтә. Тәүгеһе район-ҡалаларҙа ойошторола һәм унда еңеүселәрҙең эштәре Өфөгә ебәрелә. Икенсе этап – ғариза нигеҙендә конкурс эштәрен ҡабул итеү. Өсөнсө этапта Милли архивҡа килгән эштәр эксперттар ҡарауына бирелә. Жюри уларҙың баһаламаһын иҫәпкә алып, еңеүселәрҙе билдәләй.