+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Ғинуар 2020, 13:50

Һүрәттәр конкурсы һеҙҙе көтә!

«Хеҙмәтте һаҡлау балалар күҙлегенән» халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсының төбәк этабы 16 номинация буйынса үткәрелә. Унда 3-тән 18 йәшкәсә тиклемгеләр көсөн һынай ала.

Ижади эштәр 3-тән 6 йәшкәсә, 7-нән 12 йәшкәсә, 13-тән 18 йәшкәсә тиклемгеләр араһында айырым баһаланасаҡ. Бәйгегә ҡатнашыусынан бер генә рәсем ҡабул ителә. Һүрәттәр конкурсы 1 августҡа тиклем барасаҡ. Еңеүселәр тауыш биреү һөҙөмтәһендә билдәләнә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҡатнашыусы дипломы бирелә, еңеүселәрҙең эштәре конкурстың милли этабына ебәреләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте www.bmipk.ru сайтында, «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/risunok_bmipk төркөмөндә һәм 8-347-251-56-80 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: