+15 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Января 2020, 06:00

Технология олимпиадаһында VII – XI синыфтар ҡатнаша ала

Дуҫтар, технология буйынса олимпиада үтәсәк. Уны БДУ-ның Бөрө филиалындағы инженер-технология факультеты ойоштора. Әлеге олимпиадала VII – XI синыфтар көсөн һынап ҡарай ала.

Технология олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн «Олимпиада» тигән билдә ҡуйып, 25 мартҡа тиклем marinn.shakirova@yandex.ru электрон почтаһы буйынса ғариза бирергә кәрәк. Ҡатнашыусыларҙы теркәү marinn.shakirova@yandex.ru электрон почтаһы йәки олимпиадаға килгән көндө уҙғарыласаҡ.
Һынау ике этаптан тора: тәүгеһе – теоретик (һорауҙар, тест), икенсеһе – практик эш. Эштәрҙе үтәү ваҡыты – 90 минут.
Олимпиада Бөрө ҡалаһында Ҡыҙыл армеец урамы, 81-се йорт, инженер-технология факультеты адресы буйынса үткәрелә. Һынау 27 мартта иртәнге 10-да башлана.
Читайте нас