+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Ғинуар 2020, 16:15

«Башҡортостан ынйылары» тарихи шәхестәргә арнала

Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында матур сара – «Башҡортостан ынйылары» республика балалар фольклор фестиваленең район этабы үткән.

Унда ошо гимназиянан, Шығайҙан, Инйәрҙең 2-се мәктәбенән, Абҙаҡтан фольклор төркөмдәре ҡатнашҡан.
Белеүебеҙсә, «Башҡортостан ынйылары» Мәрйәм Бураҡаева тәҡдиме менән ойошторолоп, ике йылға бер тапҡыр Әлшәй районында үткәрелә. Быйыл ул «Рухи байраҡ һинең исемең» исеме менән уҙа һәм республикабыҙҙың тарихи шәхестәренә арнала.
Белореттар ҙа тырышып күренекле яҡташтары тураһында матур театрлаштырылған сығыштар әҙерләгән. Шығайҙар композитор, ҡурайсы – Абдулла Хәлфетдинов, инйәрҙәр – сәхнә оҫтаһы Арыҫлан Мөбәрәков, абҙаҡтар – данлыҡлы рәссам Әхмәт Лотфуллин, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының йәш фольклорсылары иһә композитор Заһир Исмәғилевҡа арналған ғилми-эҙләнеү эштәрен сәхнәләштергән. Бик йөкмәткеле сығыштар килеп сыҡҡан. Етәкселәре маҡтауға лайыҡ: заманына тура килтереп костюмдарын да әҙерләгәндәр, балалар килештереп уйнай. Афарин!
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова етәкселегендәге «Иҙел башы» фольклор төркөмө был конкурста беренсе урын алып, зона ярышында ҡатнашыу бәхетенә эйә булған. Бәйге февралдә Белорет, Бөрйән, Учалы райондары һәм Сибай, Межгорье ҡалалары араһында уҙасаҡ. Республика кимәленә кемдәр сығасағы шунда билдәләнәсәк тә инде.
Читайте нас: