+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
31 Ғинуар 2020, 00:12

«Биишева уҡыуҙары»нда уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына бағышланған «VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Сара 16 апрелдә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында иртәнге 10-да башлана. Ә ғаризалар 10 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк. Конференцияны филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ойоштора.
Конференцияла башҡорт, татар, сыуаш һәм урыҫ телдәрендә сығыш яһарға мөмкин. Бында туған телде уҡытыу буйынса сығыштар, уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, мәктәп уҡыусылары араһында ижади эштәр еңеүселәре билдәләнә. X – XI синыф уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призёр дипломдары БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ҡабул иткәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://strbsu.ru/news/3274 алырға мөмкин.
Читайте нас: