+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
7 Февраль 2020, 13:35

Илһөйәр, телһөйәр ғаиләләр, ситтә ҡалмағыҙ!

«Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ» республика ғаиләләр конкурсын ойоштора. Ул «Урал батыр мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан үтәсәк.

Был бәйгелә туған-ырыуының етем ҡалған балаларын тәрбиәгә алып, уларҙы халҡыбыҙҙың милли традициялары нигеҙендә тәрбиәләгән, уҡытҡан, шулай уҡ оҙаҡ йылдар ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә йәшәп, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән ғаиләләр ҡатнаша ала. Бында ҡатнашырға теләүселәр документтарын һәм визит карточкаларының видеояҙмаһын 22 февралгә тиклем республика ойоштороу комитетына ошо электрон почтаға – [email protected] ебәрергә тейеш, «Бәйләнештә» селтәренә инеп, «Аҡ тирмә» https://vk.com/aktirmaufa төркөмөнә лә урынлаштырырға мөмкин.
Иң яҡшы ғаиләләр 1 мартта Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһында уҙасаҡ йомғаҡлау кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Читайте нас: