-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Февраль 2020, 15:44

«Тере һүҙ» йәштәрҙе ҡатнашырға саҡыра!

«Тере һүҙ» республика йәштәр конкурсын мәҙәниәт министрлығы һәм республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Бәйгелә 16-нан 35 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.

Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелә: «Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡыу», «Проза әҫәрен тасуири уҡыу», «Авторлыҡ шиғри әҫәрен тасуири уҡыу», «Авторлыҡ шиғри әҫәрен йырлап уҡыу» (авторҙың йыры). Ҡатнашыусыларҙың сығыштарының береһе Бөйөк Ватан һуғышына, Еңеүҙең 75 йыллығына арналырға тейеш, икенсеһе өй, ғаилә, тыуған төйәк, тәбиғәт темалары хаҡында булыуы мөһим.
Ғаризалар 20 февралгә тиклем ошо [email protected] электрон адрес буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/zhivoe_slovo_ufa конкурстың төркөмөндә алырға була. Видео-ғаризаларҙы ситтән тороп ҡарау 21-нән 23 февралгә тиклем уҙа.
Конкурстың финалы 28 – 29 февралдә республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-50-51.
Читайте нас: