+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Февраль 2020, 11:51

Ә һеҙ Бикбайҙы уҡыйһығыҙмы?

Республикабыҙҙың Әҙәбиәт музейы «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеояҙмалар интернет-конкурсын ойоштора. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадына арнала.

Был бәйгелә I – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Ғаризалар һәм эштәр 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн музейҙың төркөмөнә https://vk.com/nlmrb яҙылырға кәрәк. Видеояҙманың оҙонлоғо биш минуттан да артмаҫҡа тейеш.
Еңеүселәр 20 апрелдә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре билдәләнгән ваҡытта бүләкләнәсәк.
Читайте нас: