Бында ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң? Иң беренсе 11 – 13 йәштәгеләрҙән өс кешенән торған команда йыйырға кәрәк. Унан «Орлёнок»тың автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында (унда 18 февралдән инеү мөмкинлеге асыла) теркәлеү талап ителә. Артабан портфолиоңды ебәрергә һәм конкурс заданиеһын үтәү мөһим. Ә 14 – 16 йәштәге уҡыусылар балаларҙың ойоштороу комитеты ағзалары була ала.