Бәйгегә фольклор, этнографик, айырым бер йоланы күрһәткән төркөмдәр, ғаилә ансамблдәре ҡатнашырға саҡырыла. Уларҙың составында балалар ҙа сығыш яһай ала. Ижади ярыш «Йола», «Мираҫлыҡ», «Яңырыу», «Ғаилә ансамблдәре» номинациялары буйынса уҙғарыла.
Республика фольклор ижады конкурсы ике этапта үтәсәк: тәүгеһе район-ҡалаларҙа ойошторола, унда үткәндәр йомғаҡлау этабында көсөн һынаясаҡ. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 20 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 289 65 50, 8 (34780)5 80 31 телефондары буйынса алырға мөмкин.