Бәйгеләр
19 Февраля 2020, 13:44

Фотоконкурста уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Республикабыҙҙың Милли музейы «Экология – Хәүефһеҙлек – Тормош» конкурс-фестиваленең төбәк этабын ойоштора. Унда һәүәҫкәрҙәр ҙә, шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары ла ҡатнаша ала.

Бәйгегә эштәр «Экоҡараш» (экология проблемалары), «Фотопейзаж» (ландшафты төшөрөү), «Фотоһунар» (үҫемлектәр һәми хайуандар донъяһы), «Торна – йыл ҡошо» (2020 йыл Бөтә донъя торналар йылы тип иғлан ителде), «Йәш фотонатуралист» (16 йәшкә тиклемге балалар эштәре) номинациялары буйынса ҡабул ителә. Ҡатнашырға теләүселәр фотоларҙы emma.yago_museum@mail.ru электрон почтаһына 1 апрелгә тиклем ебәрергә тейеш. Улар кире ҡайтарылмай. Тулыраҡ мәғлүмәтте музейҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/nats_museum_rb алырға мөмкин.
Читайте нас