+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Февраль 2020, 19:37

Инвалид балалар өсөн – ижади конкурс

Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан инвалид балалар араһында «Йөрәгең менән батырлыҡҡа ҡағыл» тигән республика ижади конкурсы ойошторола. Унда өйҙә, махсус интернат-мәктәптәрҙә, белем биреү учреждениеларында уҡыған 7-нән 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.

Бәйгегә шәхси һәм коллектив эштәрҙе 10 апрелгә тиклем ебәрергә кәрәк. Конкурс өс номинация буйынса үтә.
  1. «Был турала беҙгә хәтерләмәү мөмкин түгел» («Нам не помнить об этом нельзя») номинацияһына Бөйөк Ватан һуғышы тураһында инша, эссе, хикәйәләр (шиғыр йәки проза рәүешендә) ҡабул ителә.
  2. «Кадрҙа – китап: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында китаптар» (Книга в кадре: книги о Великой Отечественной войне) номинацияһы өсөн буктрейлерҙар, төрлө форматта презентациялар эшләү кәрәк.
  3. «Һуғыштың изге биттәре» («Войны священные страницы») номинацияһында ҡатнашҡығыҙ килһә, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ҡулдан тактиль китап яһағыҙ. Уның күләме 4 биттән дә кәм булмаһын.
Конкурс тураһында бөтә мәғлүмәтте 8 (347) 273 29 54 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: