+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Февраль 2020, 22:00

"Аҡйондоҙ"ҙар еңгән

Ҡыйғы районында ла "Башҡортостан ынйылары" республика фольклор конкурсының төбәк этабы үткән. Унда Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең Сәриә Яруллина етәкселегендәге театр-фольклор коллективы еңеүсе булған.

Улар 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал етәкселәренең береһе Йәрмөхәмәт Хажиев тураһындағы эҙләнеү-тикшеренеү эшен бик оҫта итеп сәхнәләштергән. Белеүегеҙсә, "Башҡортостан ынйылары" республика уҡыусылар фольклор фестивале Әлшәй районында ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Был матур сараға республикабыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе Мәрйәм Бураҡаева нигеҙ һалған.
Читайте нас: