+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Март 2020, 13:51

«Бирешмә» премияһы тапшырылды

Үҫмерҙәр тураһындағы «Бирешмә» тигән тәүге башҡорт сериалын яратып ҡарағайныҡ.

Уның төп геройҙарын уйнаған Гөлгөнә Баһауетдинова, Гәлсәр Байғусҡарова, Динар Ғимаҙиев, Хәйҙәр Вәлиев күп балаларҙың кумирына әйләнде. Әле бына тағы уларҙың сәхнәлә бергәләп сығыш яһағандарын күрергә мөмкин булды. 2 мартта «Башҡортостан» концерт залында «Бирешмә» премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Әйткәндәй, ул Гөлгөнә, Гәлсәр, Данир һәм Хәйҙәрҙең идеяһы менән булдырылған. Былтыр беренсе тапҡыр үткәрелде һәм «Тамыр» телеканалының был проекты Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы «ТЭФИ-төбәк»тең «Телевидение һәм тормош. Социаль проект» номинацияһында төп призды алды.
Быйыл «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһының ете номинацияһы буйынса Бишбүләк районынан Инсаф Миһранов, Бөрйәндән Гөлназ Биргәнова һәм Гөлия Исҡужина, Хәйбулла районынан Гөлсәсәк Шәрипова, Мәсетленән Фәнзил Ғәйнетдинов, Ишембай ҡалаһынан Ләйсән Шәрипова һәм Өфөнән Ренат Хәкимов еңеүсе булды. Иҙел Хәкимов менән Булат Бурановҡа иһә «Тамыр»ҙың махсус бүләктәре бирелде. Шулай уҡ Каринэ Хәбирова йәш герой «Бирешмә! Ярҙам ит» номинацияһы еңеүсеһе Инсаф Миһрановҡа махсус бүләк тапшырҙы. Батыр малай һыуҙа оло йәштәге ир кешене ҡотҡарған.
Читайте нас: